Йәмғиәт
6 Октября 2019, 08:56

Өйҙәге туҙан файҙалы, тиҙәр

Үтә ныҡ таҙалыҡ булдырырға тырышып, кешеләр, киреһенсә, ошондай ауырыуҙарға һабыша икән. Һеҙ быға нисек ҡарайһығыҙ?

Фото: inform-guru.com.uaФото: inform-guru.com.ua
Фото: inform-guru.com.ua
Һуңғы йылдарҙа астманан яфаланғандарҙың артыуын ғалимдар кешеләрҙең таҙалыҡҡа артыҡ ныҡ иғтибар биреүенән тип һанай.
Улар өйөндә үтә таҙалыҡ булдырып, үҙен ауырыуҙарҙан һаҡларға тырыша. Ә ысынбарлыҡта киреһенсә килеп сыға: иммунитет әкренләп кәмей, ауырыуға ҡаршы тора алмай башлай.
Ғалимдар күп йылдар тикшеренеүҙәр алып барғандан һуң, өйҙәге туҙан балаларҙы төрлө аллергиянан һәм шулай уҡ астманан һаҡлай, тип белдерә. Стериль шарттарҙа йәшәгәндә улар нығыраҡ ауырый икән.
Читайте нас