Йәмғиәт
7 Октября 2019, 09:55

Баймаҡта – яңы башлыҡ

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Баймаҡ районы хакимиәтендәге кадрҙар үҙгәреше хаҡында белдерҙе.

Фото: bv02.rbsmi.ruФото: bv02.rbsmi.ru
Фото: bv02.rbsmi.ru
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Баймаҡ районы хакимиәтендәге кадрҙар үҙгәреше хаҡында белдерҙе.
“Баймаҡ район Советы ҡарары менән Фәнис Ғәбдрәшит улы Әминев контракт буйынса Баймаҡ районы муниципаль районының хакимиәт башлығы итеп тәғәйенләнде”, – тине Радий Фәрит улы.
Билдәле буйынса, Фәнис Әминев былтырғы йылдың 3 декабренән, элекке башлыҡ Илшат Ситдиҡов вәкәләттәрен һалғандан алып, ошо вазифаны башҡара ине.
Читайте нас