Кисәге ҡурҡыныс фажиғә тураһында мәғлүмәт биргәйнек инде. “Тойота Камри” автомобиле Өфөлә биш йәшлек малайҙы тапатты. Бала ауыр тән йәрәхәттәренән дауаханала йән бирҙе. Әле был хәлгә бер ни тиклем асыҡлыҡ индерелде. Быны күреп торған бер ҡатын тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
“Барыһы ла минең күҙ алдында булды, саҡ ашығыс ярҙам саҡырттым. Бик ҡурҡыныс. Илайым, туҡтай алмайым. Шундай бәләкәй генә малай. Икенсе бер малай менән бергә инеләр, уныһы ҡурҡты ла ҡасты. Яҡында торған ирҙәр шунда уҡ машинаға ташланды, баланы тәгәрмәс аҫтынан ала башланы. Водитель ҡатын шок хәлендә, ап-аҡ ине. Ул тормозға баҫып өлгөрмәгән. Уның ҡулдарын күрҙем, аҡлы-күкле, ҡалтырана. Янында 14 йәшлек ҡыҙыҡай ултыра ине. Нисек артабан йәшәргә... Был хәл күҙ алдында тик тора...” – ти ул.
Ваҡиға яҡты ваҡытта булған. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, водитель тормозға баҫып өлгөрөргә тейеш булған, тик тәжрибәһе аҙ булғас, юғалып ҡалған. Шулай уҡ яҡында йөрөгән кешеләр фекеренсә, баланы алдан күреү мөмкин булмаған, сөнки тротуар тар һәм күренмәгән. Баланы дауаханаға алып киткән саҡта, ул иҫән булған.
Әйткәндәй, бала янында ата-әсәһе булмаған, уларҙы оҙаҡ ҡына, бер нисә сәғәт эҙләгәндәр.
Был хәл халыҡты бик тетрәндерҙе. Балалар үлеме һәр саҡ ауыр тойғолар ҡалдыра. Тыныс йоҡла, сабый.