Йәмғиәт
7 Октября 2019, 14:09

Күңелһеҙ хәлгә ҡалған депутат менән осрашыу буласаҡ

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев был хәлгә үҙ ҡарашын белдерҙе.

Фото: yandex.comФото: yandex.com
Фото: yandex.com
"Килеп тыуған хәл Рәсәйҙең эшлекле мөнәсәбәттәр урынлаштырырға теләүе АҠШ тарафынан аңлау тапмауын тағы ла берҙе асыҡ күрһәтте. Инга Юмашеваның Америка Ҡушма Штаттарына "Диалог Форт-Росс" Рәсәй-Америка форумына ҡатнашырға килеүе, федераль тикшереү бюроһының иһә үҙ ҡылыҡтарына аңлатма биреүҙән баш тартыуы Америка яғынан дуҫтарса мөнәсәбәт булмауын күрһәтә", – тип белдерҙе Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев.
Шулай уҡ ул Инга Юмашеваның республика һайлаусыларының мәнфәғәтен яҡлауы, "Берҙәм Рәсәй"ҙең Башҡортостан бүлексәһе составына инеүен билдәләне. Константин Толкачев Инга Юмашева ҡайтҡас, был инцидент буйынса "Берҙәм Рәсәй" төбәк бүлексәһендә осрашыу уҙғарыласағы хаҡында белдерҙе.
Мәғлүм булыуынса, Башҡортостандан һайланған Дәүләт Думаһы депутаты Инга Юмашева Америка Ҡушма Штаттарына "Диалог Форт-Росс" Рәсәй-Америка форумына барғанында Нью-Йорк аэропортында Федераль тикшереүҙәр бюроһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан һорау алыуға йәлеп ителә.

"Бындай алымдарҙы аңлап булмай. Протест нотаһы ебәрҙек һәм Дәүләт Думаһы депутатынан ни өсөн һорау алыныуын аңлатырҙар тип көтәбеҙ", – тип белдергәйне Рәсәйҙең Вашингтондағы илсеһе Анатолий Антонов.
Читайте нас