Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Октябрь 2019, 22:31

Үҫмер ҡыҙға магазинда бәйләнгән

Кисә кис Октябрьский ҡалаһында булған ҡырағай хәл йәнә шаҡ ҡатырҙы.

Фото: ufa.kp.ru
Фото: ufa.kp.ru
Кисә кис Октябрьский ҡалаһында булған ҡырағай хәл йәнә шаҡ ҡатырҙы. Бер ир аҡтығы аҙыҡ-түлек магазинында 15 йәшлек ҡыҙға бәйләнеп маташҡан.
Был турала ғариза менән полицияға ҡыҙҙың әсәһе мөрәжәғәт иткән. Үҫмерҙең һүҙҙәренән бәйелһеҙ әҙәм йоратының портреты эшләнгән. Әле уны бөтә ҡала буйлап эҙләйҙәр.
Әйткәндәй, магазин эсендә видеокүҙәтеү ҙә булған. Тик енәйәтсе унда эләккәнме-юҡмы, әлегә билдәһеҙ.
Читайте нас