Йәмғиәт
7 Октября 2019, 07:37

Ҡорот ашап йорт төҙөйҙәрме?

“Өфө” халыҡ-ара аэропортында Үзбәкстандан килтерелгән 2,6 килограмм ҡоротҡа ҡарата шик белдергәндәр

yandex.byyandex.by
yandex.by
Урта Азияның егәрле халҡы Башҡортостанда йорттар төҙөүенә аптырайһы түгел. Күршем әйтмешләй, урындағы эшселәргә ҡарағанда, улар менән арзаныраҡ хаҡҡа килешергә мөмкин.
Беҙҙең тарафтарға юлланыуҙары етмәгән, үҙҙәре менән төрлө шикле аҙыҡ-түлек алып килеүҙәре аптырата. Күптән түгел, “Өфө” халыҡ-ара аэропортында Үзбәкстандан килтерелгән 2,6 килограмм ҡоротҡа ҡарата шик белдергәндәр.
Ризыҡты хужаһынан тартып алғандар һәм тикшереүгә оҙатҡандар тип хәбәр итәләр Башҡортостан буйынса “Россельхознадзор” федераль хеҙмәтенән. Беҙгә лә был хәбәр бик ҡыҙыҡ тойолдо. Ҡоротто әллә ҡайҙан килтергәнсе, республикабыҙҙа ашап туйғыһыҙ башҡорт ҡорото һатыуҙа тулып ята түгелме!?
Читайте нас