Ринат Халиҡов республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Ул һөнәри сәнғәт мәсьәләләрен көйләйәсәк.
Ринат Риф улы Халиҡов 1979 йылда Башҡортостандың Ишембай районында тыуған. Өфө сәнғәт училищеһын һәм З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған. Өфөнөң Ленин районындағы Балалар ижады үҙәгендә эшләгән, Өфө сәнғәт училищеһында уҡытҡан һәм шунда уҡ директор урынбаҫары булған.
2015 йылдан – Н.Сабитов исемендәге балалар музыка мәктәбе, 2018 йылдан иһә – Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы) етәксеһе.