Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Октябрь 2019, 16:10

Шунан нисек был баймаҡтарҙы маҡтамайһың инде?!

Исемен дә тапҡандар бит әле – “Ҡоролтай аллеяһы”!

Фото Рәсих Хәмитовтың шәхси сәхифәһенән алынды.
Фото Рәсих Хәмитовтың шәхси сәхифәһенән алынды.
Баймаҡ районының Йылым ауылы “Айыҡ ауыл-2019” республика конкурсында ҡатнашыуы тураһында ваҡытлы матбуғатта хәбәр ителгәйне инде.
Конкурс уңайынан октябрь башында ауылда ир-егеттәр ҡоро һәм Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы ултырышы үтте. Нимәһе ҡыуаныслы, сара “Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә “Ҡоролтай аллеяһы” булдырыуҙан башланып киткән. Бына шунан нисек маҡтап телгә алмайһың инде баймаҡтарҙы. Исемен дә тапҡандар бит әле – “Ҡоролтай аллеяһы”!
Байрамда ҡатнашҡан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары һәм Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Рәсих Хәмитов “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге сәхифәһендә түбәндәгеләрҙе яҙҙы:
– Ҡатнашыусылар бөгөн милләттәштәребеҙ алдында торған мөһим мәсьәләләр, проблемалар һәм уларҙы хәл итеү юлдары тураһында үҙҙәренең уй-фекерҙәре менән бүлеште. Айыҡ йәшәү рәүеше алып барыу, халыҡ кәсептәрен тергеҙеү зарурлығы һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Сығыш яһаусыларҙың уй-фекерҙәре, тәҡдимдәре нигеҙендә район халҡына мөрәжәғәт ҡабул ителде, ул район гәзитендә баҫылып сығасаҡ.
Читайте нас