Йәмғиәт
7 Октября 2019, 16:59

Травмпунктҡа баҫып инеп... туҡмағандар

Үткән төндә травмпунктҡа биш ир-егеттән торған төркөм баҫып инеп, бер сәбәпһеҙ ике пациентты туҡмай башлай.

Фото:vogazeta.ruФото:vogazeta.ru
Фото:vogazeta.ru
Стәрлетамаҡ ҡалаһында үткән төндә травмпунктҡа биш ир-егеттән торған төркөм баҫып инеп, бер сәбәпһеҙ ике пациентты туҡмай башлай.
Был ҡанлы ваҡиға хаҡында социаль селтәрҙә әлеге осраҡтың шаһиттары белдергән. "Бер төркөм ирҙәр килеп инде лә, сиратта ултырған ике ирҙе дөмбәҫләй башланы. Аҙаҡ асыҡланыуынса, травмпунктта ултырған был ике пациент быға тиклем "Большой" төнгө клубында туҡмалған булған икән", - тип хәбәр итә улар.
Шаһиттар һүҙҙәренә ҡарағанда, медицина учреждениеһы санитаркалары зыян күреүселәргә ярҙам итергә уйлай, әммә баҫып инеүсе төркөм ишекте емерә, тәүге ярҙам күрәһтеүгә ҡамасаулай.
Әле был ваҡиға буйынса тикшереү бара, сәбәптәре асыҡлана.
Читайте нас