Йәмғиәт
7 Октября 2019, 16:05

Йәшәп кенә ҡарайыҡ

Байрамовтар ғаиләһе гөж килә. Шатланмаҫлыҡ та түгел шул! Төпсөк улдары Хисаметдин, ниһайәт...

Фото: wallpapercave.comФото: wallpapercave.com
Фото: wallpapercave.com
Байрамовтар ғаиләһе гөж килә. Шатланмаҫлыҡ та түгел шул! Төпсөк улдары Хисаметдин, ниһайәт, утыҙ бишен ҡаршылғанда атай-әсәйе янына буласаҡ киленде алып килде.


– Таныш булығыҙ, был минең һөйгән йәрем Ләүзә, – тип ауыҙын йырҙы ул.


Танышыу хөрмәтенә мул ғына табын әҙерләнгәйне. Бер аҙ һыйланып алғас, һүҙҙе әсәһе башланы:
– Балалар, күренеп тора, ниәтегеҙ бик изге. Ғаилә ҡороу, балалар үҫтереү һәр кемдең бурысы. Оҙон-оҙаҡҡа һуҙмай туй үткәреүҙе хәстәрләй башларға кәрәк.
– Эй, әсәй, туйға ашыҡмайыҡ әле, – тине Хисаметдин.
– Эйе, – тип өҫтәне Ләүзә.
– Беҙ әлегә йәшәп кенә ҡарарға булдыҡ, шуға туй тип расходланып тормаҫҡа хәл иттек. Әлегә мулланан никах ҡына ҡына уҡытып торһаҡ та еткән. Кем белә...
– Шулай шул, – тип баш һелкте Ләүзә. – Тәүҙә йәшәп ҡарайыҡ тигәйнек.
Читайте нас