Зилә әсәһенең: “Балалар, уянығыҙ, көн ҡыҙыулатмаҫ элек, иртәрәк бесәнгә ҡуҙғалайыҡ”, – тигән тауышына уянып китте. “Ҡыҙым, яңы һауылған һөттө шешәләргә тултырып, рюкзакка һал. Эшләп йөрөгән кешегә һөтһөҙ сәй йөрәкте йыуа ул”, – тине әсәһе. Ул иҫкәртмәһә лә, был эштәрҙе Зилә үҙе белеп атҡарырға өйрәнгән инде.
Бөгөн бесәнгә һуңғы көн барасаҡтар, аҙаҡҡы бакуйҙарҙы йыйып, кәбән һаласаҡтар. Эй ошо Суҡтал бигерәк йыраҡ инде. Әсәһе Зәриә: “Балалар йонсоно шул бесәнлектән. Ярай, бөгөн мунса яғырбыҙ”, – тине. Икенсе ҡыҙы Рәйсәгә ҡайтыуҙарына эштәрҙе тамамларға ҡушты. “Рәйфәм егәрле лә бит, өйҙә юҡ шул, бахыр баламды илата-илата кейәүгә биреп ҡуйҙыҡ”, – тип үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә картуф алырға баҡсаға йүгерҙе. Зилә тиҙ арала сәй әҙерләне, ҡустыһы Илнарға бесәнгә китеүгә силғауҙарын киптереп бирҙе.
– Тиҙерәк эс сәйеңде. Беләһең бит, йә атайың әрләшер. Күптәр кәбәндәрен кәртәләй башланы.
Зилә әсәһенең: “Кешеләр икешәр кәбән ҡойоп ултыртҡас, был йүнһеҙ арбаһын төҙәтә башлай. Нисек йөрәге түҙә икән?..” – тигәнен ишеткәне бар. Атаһы ишетеп кенә ҡуймаһын әсәһенең шулай зарланыуын. Ә бөгөн Зиләгә шундай рәхәт. Улар ҙа бесәнде тамамлаясаҡ. Зилә Рәйсәгә “Һин һыйырҙы ла һауып ҡуйһаң, яҡшы булыр ине. Кис ҡыҙҙар янына уйынға, исмаһам, иртәрәк сығыр инек”, тигәс, апаһы: “Башым ауырта, беләһең дә инде”, – тип яуапланы. Аңламаҫһың, шул тиклем хәйләкәрме, әллә ялҡаумы? Сәсен дә тарап үрмәй бит ул. Өҫтәүенә эш ҡушһалар, йә теше, йә башы, йә башҡа ере ауырта башлай.
Атаһы атын эҙләп килтереп арбаға еккәнсе, ҡояш ҡыҙыулығын һиҙҙертә лә башланы. Илнар ҡустыһы ла ара-тирә: “Мин бәйләйем әле”, – тип аяғы менән эйәреп, ҡамыт бауын бәйләргә тырыша. Ярай ҡустыһы бик егәрле булырға оҡшаған.
Зилә ат ярата. Ҡустыһы Илнар менән икмәк киҫәктәрен урлап көрән атҡа ашата торғайнылар. Әсәләре генә күрмәһен. Аттары икәү булды. Көрән аттың инәһе аҡыллы бейә малы ине. Шул атаһының ҡыҙыулығы арҡаһында һуйып ҡуйҙылар. Зилә III класты тамамлаған йылда көҙ атаһы, утын алып ҡайтам тип, урманға бейәһен арбаға егеп сығып киткәйне. Янбашын һындыра һуҡҡан, имеш. Бахыр малҡай өс аяғында арба егелгән килеш сатанлап ҡайтҡайны. “Эшкинмәй инде хәҙер. Был мал түгел”, – тип һуйҙылар. Шул ваҡытта әсәһе: “Ҡарап торғаныбыҙ шул бейә ине бит. Харап иттең”, – тигәс, атаһы әсәһен һуҡҡылап алды. Үҙе ғәйепле бит. Ни өсөн әсәһенә ҡул күтәрә һуң?
Көрән аттың инәһен – бейәһен – икенсе бер ауылға айғыр малына алмаштырғайны атаһы. Зиләгә ул саҡта дүрт йәш самаһы ине. Кистәрен һуҡмыш атаһының: “Зәриә, мин бейәмде кире урлап алып ҡайтам”, – тип бер нисә тапҡыр ҡабатлағаны хәтерендә ҡалған. Шул кешелә генә ҡалһа, бейәнең яҙмышы икенсерәк булыр ине, бәлки. Әсәһенең һөйләүе буйынса, бик ипле, аҡыллы кешегә алмашҡан булғандар бит.
Көҙгә табан бер көн атаһы кисен теге айғырға менеп ҡайҙалыр сабып сығып китте. Иртәгәһенә Зилә уянып тышҡа сыҡҡанда, ауылға томан төшкәйне. Атаһының, бейәне кире алмаштырып, төндә ҡайтып төшкәнен аңланы. Бейәнең эргәһендә томан араһында матур ғына ҡолонҡайҙың уйнаҡлап йөрөүен күргәс, берсә ҡурҡты, берсә тотоп яратҡыһы килде. Бейә теге ауылда ҡолонлаған, имеш. Шулай итеп, икәү булып ҡайттылар. Ҡыҙ ошо көндән алып, ҡурҡһа ла, ҡолонға икмәк телемдәрен ашата башланы.
Әсәһенең: “Икмәк тиҙ бөтә лә китәсе”, – тигәне лә хәтерендә ҡалған. Аҙаҡ хәлдең нимәлә икәнен күреп: “Балалар, икмәкте атҡа бирмәгеҙ. Уны бешереүе еңел түгел. Малдар һоло ашай. Ул – шул уҡ икмәк. Тояҡ-быуындары ныҡ буласаҡ”, – тигәс, Зилә был хаҡта Илнар ҡустыһына аңлатты. Арыш ҡатыш картуф менән аттарға әсәһе икмәк бешерә ине. Зилә лә бер-ике ҡабым ашап ҡуя шуны. Был икмәктең тәмен ҡыҙ бер ваҡытта ла онотмаясаҡ. Әсәһе янында күберәген уның итәгенә йәбешеп йөрөр булды. Атаһының тиктомалдан ҡысҡырып-екеренеп ебәреүенән ҡурҡыпмы, Зилә әсәһенә гел һырылды. Эшләргә өйрәнде.
Арба шотор итеп Нөгөш йылғаһы буйына килеп төшкәс, Зилә ошо уйҙарынан арынып киткәндәй булды. “Бына бит теге ҡолонҡайым. Мин бәләкәй саҡта әсәһенән йәшереп икмәк ашатып үҫтергән матурҡайым! Ана ниндәй һомғол, матур көрән ат булып киттең”. Зилә мал йәнле шул. Бигерәк аттарҙы ярата. Бейәне йәлләп бер аҙна үсегеп өләсәләрендә ҡайтмай йөрөгәйне. Зилә итен дә ашаманы ул бейәнең.
Ни өсөндөр бөгөн ҡыҙ үҙен ҙур үҫкәндәй хис итте. Ауыҙ эсенән атаһының мөңгөрләп ниндәйҙер йыр көйләп барыуы, йә булмаһа, көрән атҡа: “Йә, үләкһә, тиҙерәк сап”, – тип дилбегәһе менән тарттырып алыуы, урмандағы ҡоштарҙың ҡапыл фырылдап осоп китеүе Зиләнең күңеленә ниндәйҙер шом һалды.
– Бөрйән ҡош-ҡорт ояһы тип әйтәһегеҙ. Ошо 14 йәшемә етеп, яҡындан бер айыуҙы ла күрмәнем әле, – тип әйтеп һалды Зилә. Ҡыҙҙың был һүҙенә береһенең дә иҫе китмәне. Атҡа ауыр була тип, Зилә ҡустыһы Илнар менән арба артынан атлай. Малды шәберәк ҡыуһа атаһы, йүгерәләр ҙә. Барыбер ҡурҡыта. Төрмәнән ҡасыусылар ҙа йөрөй, имеш, тип һөйләйҙәр. Атаһы: “Йә арбаға ултырығыҙ”, – тине. Яланға Нөгөш буйындағы Ҡыйбаҙатҡан тигән бесәнлеккә килеп еткәндәр, имеш. Был яланда ауылдаштары кәбәндәрен кәртәләй, эргәләге Нөгөш буйында балыҡ аулайҙар.
Әле таулы ҡара урманды үтеп, Суҡталға еткәнсе күп кенә бараһы юл бар. Зилә тағы уйға бата, үҙе арба артынан йүгерә. III класта уҡығанда ул бик йыраҡтан ғына санаға үлгән айыуҙы тейәп ҡайтҡандарын күргәйне. Бер санала – класташы Зилиәнең атаһы Закир, икенсеһендә бик ҙур айыу ине. Әллә ҡайҙан йыраҡтан да был йыртҡыс ҙур булып күренде Зиләгә. Ә Зилиәнең атаһы Закир айыу эҙен күреп иптәштәренән алда һыпыртҡан икән. Өңөнә атып ебәреүе булған, яраланған айыу унан килеп сығып Закирға ташланған, имеш. Айыу бер километр самаһы тау үренә ирҙе һөйрәп мендергән. Януар яраһынан ҡаны ағып хәлһеҙләнгәс, ауған. Йәнлек менән алышҡан Закир иҫән ҡалды. Ә теге айыу итен бөтөн ауыл халҡына таратып бирҙеләр. Ер тәме килә ине унан, шуға күрә Зилә был итте йота алманы, кире төкөрҙө.
Ниңә бөгөн күңелһеҙ хәтирәләр иҫкә төшә әле, тип хафаланып алды Зилә, бер күңелһеҙ хәлгә тарыған кеүек. Суҡталға етеп, тағы оҙон яланды үтәһе бар әле.
Атты туғарғас, ҡалған бакуйҙарҙы йыйып, күбәләргә һалдылар, кәбән ҡойҙолар. Зилә уны ослап торҙо. Атаһы менән ҡустыһы, кәбән кәртәләргә тип, элекке һайғауҙарҙы ташый.
Зилә, быҡтырылған иттән аш бешерәм тип, йылға буйына йүгерҙе. Ул ундағы асыҡ урында йәшел һуғанға оҡшаған үлән ҡыяғын күреп ҡалды: өҙөп еҫкәп, теленә алып тәмләп ҡараны, япрағы ла оҙон ҡыяҡлы. Зилә кире арба янынан балта алып килеп, ерҙе соҡоп, теге үләндең тамырын ҡарарға булды. Аҡ тамырлы, әллә ни ҙур түгел, әммә сәселгән йәшел һуған төбө кеүек ине. Уны йылғала йыуып, ашап ҡараны. Тамыры һуғанға ҡарағанда сөсөрәк. Эште тиҙ генә атҡарып өйрәнгән Зилә бер нисә төп һуғанды балта менән ҡаҙып алды. Аш бешеп сыҡҡас, был йәшел үләнде турап ашҡа һалып ебәрҙе.
Әсәһе был хәлде күреп: “Эй, ҡыҙым, күҙ теймәһен, бигерәк уңғанһың. Ҡайһы арала баҡсаға инеп өлгөрҙөң?” – тине. “Әсәй, был баҡса һуғаны түгел, әле генә йылға буйынан ҡаҙып алдым”, – тип яуап бирҙе. Ошо һүҙҙәрҙән һуң йөрәгендә ниндәйҙер бер рәхәт хистәр уянды. Әсәһе: “Был үләндең тамырына башҡа теймә, йәшел япрағын ғына өҙ. Һуғандың тамыры ҡоромаһын”, – тип ҡуйҙы.
Атаһы ла ҡыҙын хуплап, маҡтап ҡуйҙы. Ул шулай ҙа үләндәрҙе яҡшы белеү кәрәклеге хаҡында әйтте. “Өйҙә үҫемлектәр тураһында китаптар бар, шуларҙы уҡырһың, юғиһә ағыуланыу ихтималлығы бар”, – тип ҡыҙына аштың тәмле булыуына рәхмәт әйтеп, ике ҡуллап битен һыпырып ҡуйҙы. Төштән һуң әсәһе лә, һыйырҙарҙы иртәрәк һауырмын тип, ауылға ҡайтып китте. Зилә урманда ҡалдырып йөрөгән сәй көрөшкәләрен, башҡа һауыт-һабаны тоҡҡа тултырып, арба төбөнә һалғас, атаһы: “Ярай, Зилә ҡыҙым, бар, һин дә ҡайта тор, өйҙә ярҙам итешерһең. Рәйсә апайыңдың бер нимә лә эшләмәгәнен беләһең бит. Әсәйеңә ярҙамлаш. Беҙ Илнар ҡустың менән арбаға һалған бесәнде тейәйбеҙ”, – тигәс, ҡыҙ шешәлә ҡалған һөттө ергә түгергә баҙнат итмәне. Әсәһе: “Һөт аҡ, пак була, шуға уны бисмилла әйтеп, эткә эсерергә кәрәк”, – ти торғайны.
Ошо ваҡытта атаһының: “Айыу өңө бар”, – тигәне ҡылт итеп ҡыҙҙың иҫенә килеп төштө, йөрәге бер аҙ ҡурҡып китте. Шулай ҙа ул алға атланы. Кире атаһы менән ҡустыһы эргәһенә боролоп килер ине, атаһынан ҡурҡа шул. Көн кискә ауышырға бер-ике сәғәт самаһы ҡалғайны. Ҡурҡып ҡына атлаған Зиләнең алдына ун дүрт метр тирәһе йыраҡлыҡта оҙон үлән араһынан бер айыу балаһы килеп сыҡты. Зилә уны һарыҡ тип уйланы. Ҡыҙ бер аҙ шатланып ҡуйҙы. Их, күҙлек кеймәгән шул! Насарыраҡ күрә. Бәй, бында һыйырҙар яҡын йөрөй, тимәк, Зиләгә бер нәмәнән дә ҡурҡырға кәрәкмәй. “Туҡта, ә ниңә бында мал йөрөй һуң? Һарыҡтар Нөгөш йылғаһын кисеп сыҡмай бит...”
Зилә күҙҙәрен ҡыҫыбыраҡ алға атланы. Аңламай ҡалды: һул яҡлап ун биш метр йыраҡлыҡта ҡапыл ағас шартлап һынған тауышҡа әйләнеп ҡараны. “Был бит айыу!..” Был ваҡытта йәнлек балаһын эйәртеп, йылға буйында, тамаҡлаған үгеҙ үләкһәне ашарға тип, шул яҡҡа йүнәлде. Ә балаһы бер нисә аҙым алдан бара. Оҙон үлән араһынан былар юл һалып алған ине. Бәләкәсе арба юлына килеп сыҡты. Тау үрләүенән тауыш ишетелгәс, айыу балаһы яғына шәберәк атлай башланы. Зиләнең яҡынлағанын күреп, януар балаһын ҡыҙғанды: аяғүрә артҡы аяҡтарына баҫты. Уның табаны аҫтында шартлап ағас һынды. Ул ҡыҙға табан килә башланы. Зилә лә алға атланы, сөнки әле айыуҙы күрмәй ине. Тимәк, юлға сыҡҡаны – балаһы, ул ике йәшлек тирәһелер, моғайын. Бөттөм, тип уйланы Зилә. Инә айыу, балаһын ҡыҙғанып, фырылдап тауыш бирҙе.
Зилә, йөҙ һикһән градусҡа әйләнеп, кире артҡа, теге бесәнлеккә йүгерә башланы. Үҙенең аяҡ-быуындары ҡалтырай, үҙе: “Атай! Атай!” – тип юл буйлап ҡысҡыра. Тауҙың үренә йүгереп менеүе ҡыйын, ә рюкзакта теге тимер сеүәтә, һөтлө шешә, бер-береһенә бәрелеп шаҡылдай. Ҡурҡышынан Зилә шул тауышты үҙе лә ишетмәй. Рюкзакты сисеп ташлап йүгерергә башына килмәй. Айыу бер аҙ Зилә артынан арба юлына сығып атлай бирҙе, тимер һауыттар шаҡылдаған тауыштар, Зиләнең һөрән һалып ҡысҡырыуы хайуанды ла айбандырҙы шикелле. Инә айыу Зиләне башҡа эҙәрлекләмәне, балаһы янына сапты. Ямғырҙың да бер аҙ һибәләүен һиҙмәгән икән, ә Суҡтал тауы башына менеп еткәндә, ул ярайһы ғына яуа ине.
“Атай!..” тип урман-яландарҙы яңғыратып, ҡысҡырып, үҙенең яғына йүгергән ҡыҙы Зиләне күреп, атаһының да йөрәге жыу итте. “Ай алла, Зәриәм алдан ҡайтып киткәйне, әллә ул да айыуҙан таланып юлда яталыр”, – тип эстән генә уйлап алды. Ул: “Тыныслан, мышы-болан күренгәндер ул”, – тип ҡыҙын тынысландырырға тырыша. Зилә килеп етәрәк: “А-атай, а-а-айыу...” – тип, ағас төпһәһенә эләгеп йығылып китте. Рюкзактағы теге шешә ватылып арҡаһына һөт түгелде.
Кәбәнгә һыймай ҡалған ике күбәләй бесәнде арбаға тейәп өлгөргәндәр икән. Уны кире бушаттылар. Көрән атты Зиләгә ҡалдырып: “Дилбегәһен ныҡ тот, ебәрмә. Мин айыуыңды ҡарап киләм әле”, – тип атаһы, улы Илнарҙы эйәртеп, айыу артынан китте.
Ҡурҡышынан ҡалтыранған Зилә арба өҫтөндә дилбегәне тотҡан килеш: “Тағы килеп кенә сыҡмаһын инде. Был айыу көрән атымды тамаҡлаясаҡ бит. Исмаһам, ҡустым да янымда ҡалманы”, – тип ҡайғырҙы. Зиләнең башында ҡурҡыныс уйҙар бөтмәҫ кеүек. Улар зыр әйләнә ине. Атаһы менән ҡустыһының кире әйләнеп килгәнен күргәс, Зиләнең йөрәге бер аҙ тыныслана төштө. Ҡыҙҙың тиҙерәк өйгә ҡайтып әсәһенең иҫән икәнлеген күргеһе килде. Ул күпкә алдан ҡайтып киткәйне бит. Иртән бесәнгә килгәндә, үҙенең: “Эй, шул айыуығыҙҙы бер ҙә күрмәнем бит” тип әйткән һүҙе иҫенә төштө...
Ошо ваҡиғанан һуң Зилә аҙна-ун көн тамағына ашай алманы. “Йөҙөң ап-аҡ, муллаға бар, өшкөрһөн үҙеңде”, – тиһә лә, Зилә барманы. Ҡотоң осҡан тип ҡурғаштан ҡот ҡойоп ҡараны әсәһе. Ҡурғашты иретеп һыуға ағыҙаһың да, нимәнән ҡурҡаһың, шул хасил була, имеш. Айыу төшөр тип уйлағайны Зилә. Теләһә ниндәй һындар хасил булғас, әкренләп тынысланды, тамағына ашай башланы. “Айыуҙар матур ул, әммә улар йыртҡыс. Һарыҡ тигәнем ошо януар булып сыҡты”, – тип һөйләп бирҙе. Өйгә ҡайтҡас ҡына атаһы: “Бик ҙур балалы айыу булған”, – тип уның аяҡ табаны үлсәмдәрен күрһәтте. Әсәһе лә: “Ярай әле, балама ташланмаған. Хоҙай аралаған”, – тип ҡыуанды.