Балтас районында йәшәгән депутат 2016-2018 йылдарҙа Өфөләге затлы йорттарҙан бөтәһе 18 миллион һумдан артыҡ хаҡҡа торошло өс фатир, автомобиль алған. Прокуратура был хәлде тикшергән саҡта уның милек алырлыҡ килемен раҫларлыҡ документтары булмай сыға.
"Ул яуаплылыҡтан ҡасыр өсөн яҡын туғандары менән төҙөлгән займ килешеүҙәрен күрһәтте. Шул уҡ ваҡытта тикшереү һөҙөмтәһендә туғандарының да ундай килеме булмауы асыҡланды", – тип хәбәр итә республика прокуратураһы.
Тикшереү барышында депутат үҙ вәкәләттәрен һалһа ла, милеген һатмаһын өсөн фатирҙарына һәм автомобиленә арест һалына. Күҙәтеү органы был мөлкәтте ил ҡаҙнаһы файҙаһына тартып алыу буйынса судҡа мөрәжәғәт итте.