Йәмғиәт
7 Октября 2019, 20:42

Ғималетдин – Һиндостан, ниндәй уртаҡлыҡ бар?

Улар Ғималетдин Минһажев урамында йәшәүҙәрен әйтте. Уның кем икәнен һорашҡас, сәнғәт әһеле тигән яуап ишеттем.

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Автор фотоһы.
Ябай, әммә ҡыҙыҡ һорау, шулаймы? Ике һүҙ ҙә “н” хәрефенә бөтә, яңғырашы буйынса ла оҡшаш кеүек...
Өфө урамында осраҡлы рәүештә Мадхукар тигән егет һәм Пратибха исемле һылыу менән танышырға тура килде. Икеһе лә студент, Һиндостандан килеп табиплыҡҡа уҡып йөрөйҙәр икән.
– “Әбейҙәр сыуағы”на һөйөнәбеҙ, – тип һөйләй сит ил ҡунаҡтары. – Был турала бында килгәс кенә ишеттек. Иптәштәребеҙ “Өфө” тип башҡортса әйтергә өйрәтте, хәҙер бер нисә телде беләбеҙ.
Улар Ғималетдин Минһажев урамында йәшәүҙәрен әйтте. Уның кем икәнен һорашҡас, сәнғәт әһеле тигән яуап ишеттем. Һинд дуҫтарҙан быны ишетеү күңелгә май булып яғылды. Ҡыҙыҡ өсөн үҙебеҙҙең студенттарға ла шундай һорау бирергә ине, нисә проценты дөрөҫ яуап ҡайтарыр ине икән?
Читайте нас