Йәмғиәт
7 Октября 2019, 19:13

Кәңәшемә ҡолаҡ һал

Ни өсөн ярманы оҙаҡ йыуырға ярамай?

yandex.comyandex.com
yandex.com
Тормош-көнкүрештә кәрәге тейер файҙалы кәңәштәрҙе белеү бер ҡасан да зыян итмәй.
• Ярманы оҙаҡ йыумағыҙ. Юғиһә, уның 30 процент самаһы витамины юҡҡа сыға.
• Аҙыҡты ҡурыр өсөн үҫемлек майы ҡулланығыҙ. Һыйыр майы менән сағыштырғанда, ул зарарлы әсетмәләрҙе әҙерәк бирә. Шуны ла онотмағыҙ, үҫемлек майын ябыҡ һауытта, ҡараңғы урында һаҡлайҙар.
• Май таптары һеңгән эш кейемен йыуыу өсөн кер һабынының бер өлөшөн ваҡлап, 1 литр ҡайнаған һыуға һалалар, һуңынан һыуынған иҙелмәгә ярты литр кәрәсин һәм 1 аш ҡалағы кер содаһы өҫтәйҙәр. Әҙерләнгән ҡатнашма менән кейемде ышҡып, тығыҙ итеп төрөп, бер тәүлеккә ҡалдыралар. Аҙаҡ һабынлы ҡайнар һыуҙа ике тапҡыр йыуалар һәм йылы һыуҙа бер нисә ҡат сайҡаталар.
• Йөн әйберҙәрҙе тиҫкәре яғын әйләндереп йыуыу һәйбәтерәк, төҫө уңмаһын өсөн киптетергә лә тиҫкәре яғы менән элегеҙ.
Читайте нас