Йәмғиәт
8 Октября 2019, 17:11

Рәсәй һеҙгә ҙур өмөт бағлай

96-сы лицейҙың кадет класында белем алған 25 уҡыусыһы Тыуған илгә тоғро булырға ант бирҙе.

Фотолар Рәсәй гвардияһының "Бәйләнештә"ге төркөмөнән.Фотолар Рәсәй гвардияһының "Бәйләнештә"ге төркөмөнән.
Фотолар Рәсәй гвардияһының "Бәйләнештә"ге төркөмөнән.
Генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге Өфө махсус тәғәйенләнештәге айырым отряды биләмәһендә 96-сы лицейҙың Рәсәй гвардияһы кадет класында белем алған 25 уҡыусыһы погон йөрөткән һәр кем өсөн мөһим һүҙҙәрҙе әйтте.
Үҫеп килгән быуындың Тыуған илгә тоғролоҡ тураһындағы кадет антын Рәсәй гвардияһының Башҡортостан буйынса идаралығы начальнигы полковник Александр Бурдо һәм уның урынбаҫары полковник Семен Шарапов ҡабул итте.
“Ата-бабалар башлаған мөһим һәм кәрәкле эште дауам итеүегеҙ менән ғорурланырға тейешһегеҙ. Хәҙер һеҙҙең тәғәйенләнешегеҙ бар, ҙур ышаныс тыуҙыраһығыҙ. Әле тик уҡый башлайһығыҙ, ә Рәсәй һеҙгә өмөт бағлай. Яугир, Тыуған ил һаҡсыһы юлын һайланығыҙ, һәм был хөрмәткә лайыҡ”, – тип балаларға уңыштар теләне полковник Алексендр Бурдо.
Рәсәй гвардияһы класында уҡығандар төп белем биреү дисциплинаһынан тыш физик әҙерлеккә айырыуса иғтибар бирә, Рәсәй тарихын өйрәнә. Ведомство ошондай махсус кластарҙы булдырып, хәрбиҙәргә лайыҡлы алмаш үҫтереү өсөн илһөйәрҙәрҙе мәктәп эскәмйәһенән тәрбиәләй.
Сара аҙағында балалар махсус тәғәйенләнештәге отрядтың тормошо, тарихы менән танышты.
Читайте нас