Йәмғиәт
8 Октября 2019, 18:51

Танауыңа ла тондорорҙар, әгәр...

Федераль каналдан Ишембай табиптарының пациенттарға ҡырағайҙарса мөнәсәбәтен күрһәтеп, шаҡ ҡатырҙылар.

Фото: “РЕН ТВ”Фото: “РЕН ТВ”
Фото: “РЕН ТВ”
Бөгөн “РЕН ТВ” телеканалында Ишембай табиптарының пациенттарға ҡырағайҙарса мөнәсәбәтен күрһәтеп, шаҡ ҡатырҙылар.
Видеонан күренеүенсә, медиктар ауырыуҙы ҡабул итергә теләмәй. Ир кеше муйынындағы йәрәхәтен бәйләтергә килгән. Әммә дежур итеүсе табип тупаҫ рәүештә ауырыуҙы ҡабул итмәйәсәген белдерә. Имеш, ул бары ашығыс ярҙам күрһәтергә генә бурыслы. Өҫтәүенә пациентты асыуланып кабинеттан ҡыуа башлай.
Ул ғынамы, икенсе табипҡа мөрәжәғәт итһә, уныһы ҡотороп китеп, пациенттың танауына тондора. Видео авторы фекеренсә, ирҙән алкоголь еҫе аңҡып торған.
Федераль каналға тиклем барып еткән күңелһеҙ ваҡиға буйынса тикшереү башланған.
Читайте нас