Башҡортостандың Дүртөйлө районы Әңгәсәк ауылында йәшәгән Геннадий Юминов Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалған ҡартатаһынан хат алған. Әлеге мөғжизәгә тиң ваҡиғаға бөтә Әңгәсәк халҡы таң ҡалған.
Ә эш былай була. 2017 йылда Смоленск өлкәһенең Гагарин районында урынлашҡан Карман ауылы янында эҙләүселәр отряды дүрт һалдат кәүҙәһе тапҡан. Уларҙың береһендә медальон булған. Медальон эсенән хат килеп сыҡҡан. Мәскәү ҡалаһы лабораторияһы белгесе ҡағыҙҙа саҡ-саҡ күренгән хәрефтәрҙе уҡып, билдәһеҙ һалдаттың исем-фамилияһы, сығышы менән Дүртөйлө районы Әңгәсәк ауылы кешеһе икәнлеген дә әйткән.
Михаил Ардашевтың 1942 йылдың 11 август айында һәләк булғаны асыҡланған. Эҙләүселәр һалдаттың ейәнен тапҡан. Күптән түгел улар Әңгәсәккә килеп, Геннадий Юминовҡа ҡартатаһының хатын һәм ул ерләнгән Туғандар ҡәберлегенән бер ус тупрак тапшырған.