Бөгөн магазин кәштәләрендә нимә генә юҡ! Күптәре ялтырап күренеп ятҡас, күҙҙе ныҡ ҡамаштыра, күңелде үҙенә ылыҡтыра, шул иҫәптән кескәйҙәр яратҡан һағыҙ ҙа.
Етештереүселәр уға нимә генә ҡушмай, шуға күрә лә балаларҙы еңел ҡыҙыҡтыра. Тәү ҡарамаҡҡа бик тә тәмле тойола-тойолоуын, ләкин яҡты тиҙ талдырғас, ваҡыт үтеү менән уны төкөрөп ташлауҙан бүтән сара ҡалмай. Уның ҡарауы, ап-аҡ ҡайын туҙынан ҡайнатылған ҡара һағыҙҙы бер нәмә лә алмаштырмай.
Мәҫәлән, Баймаҡ ҡыҙы Эльвира Солтанғолова һағыҙ ҡайнатып, өләсәйҙәрҙең шөғөлөнә тотонған. Афарин, һылыу! Бына, исмаһам, уны сәйнәүе – үҙе ҙур кинәнес, магазиндыҡы ситтә торһон!
Иҫкә төштө: ауылыбыҙҙа Шәкирә инәй туҙҙан һағыҙ ҡайната ине. Беҙ, малайҙар, ҡайын туҙының еҫе сығыу шул яҡҡа йүгерҙек. Оҫтаға аҡса биргән дә булды, буш таратҡаны ла хәтергә уйылған. Иң мөһиме – йомарт инәйҙән алған һағыҙҙың тәмен әле булһа телемдә тоям...