Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Октябрь 2019, 00:45

Балаңды ҡалдырып, нисек сығып китмәк кәрәк?

Учалынан Анжеликаны күрмәнегеҙме?

Фото: zen.yandex.ru
Фото: zen.yandex.ru
Учалы районының Ҡалҡан ауылынан Анжелика Сафиуллина юғалған.
Ул үҙе менән хатта кеҫә телефонын да алмай, йортонан сығып киткән, ә өйөндә бәләкәй ҡыҙы ҡалған. Ауылдаштары, волонтерҙар 21 йәшлек ҡатындың эҙһеҙ юҡ булыуына борсолоп, хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр иткән.
Ауылдаштары белдереүенсә, Анжелика ире менән яҡшы мөнәсәбәттә булған, йортта ғауға-фәлән ишетелмәгән. Шуға ла уны ҡатындың юғалыуында ғәйепләмәйҙәр. Күршеләре ирҙең эсмәүен, тартмауын билдәләп, атай-әсәләренә лә һәр яҡлап ярҙамсыл булыуын еткергән. Етмәһә, эшендә лә тик яҡшы яҡтан ғына баһалана.
Ауылдаштарының һүҙҙәренә ҡарағанда, йәш ҡатындың ҡунаҡҡа сығып китеүе ихтимал. Әлбиттә, ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та: нисек инде бер кемгә лә хәбәр итмәй, етмәһә, бәләкәй балаңды ҡалдырып, ҡунаҡҡа сығып кит инде. Һау ғына йөрөһөн!
Читайте нас