Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Октябрь 2019, 20:35

"Башҡорт" салаты

Көндәлек эштәрҙе тамамлап, киске ашҡа йыйылыр мәл дә етеп килә. Яҡындарығыҙҙы ниндәй тәмле аш-һыу менән һыйламаҡсыһығыҙ, ҡәҙерле хужабикәләр? Беҙ һеҙгә “Башҡорт" салаты рецебын тәҡдим итәбеҙ. Аштарығыҙ тәмле, ғаиләгеҙҙә һәр саҡ татыулыҡ булһын!

Фото: Postila.ru сайтынан.

Был салат өсөн 300 грамм тауыҡ ите, 100 грамм маринадланған ҡыяр, 1000 грамм бәшмәк (баллы бәшмәк), һуған, майонез алына.
Бешкән тауыҡ итен, бәшмәк, ҡыяр, һуғанды ваҡ ҡына итеп турайбыҙ. Шунан барыһын бергә ҡушып, майонез һалып болғатабыҙ. Өҫтөнә әнис һәм башҡа тәмләткес үләндәр һибеп бирергә мөмкин.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Читайте нас