Валерий Шаховтың фотообъективына Өфөнөң Киров районында мәңге төҙөлөп бөтә алмаған күп ҡатлы йорттоң иң түбәһендә йәш парҙың фотосессия үткәреүе эләккән.
Унда ҡыҙ ҡыйыҡтың иң ситенә ятҡан, ә егет фотоға төшөрөр өсөн тырышып-тырышып уңышлы ракурс эҙләй. Шундай бейеклектә ситтә генә ятҡан ҡыҙҙы күреп тән земберҙәп китә хатта.
Был йорттоң алама даны бер нисә йыл элек үк таралғайны: бында янғын да булды, үҫмерҙәр инеп-сығып йөрөнө, йорттоң өлөшсөләре аслыҡ та иғлан итте, берәү үҙен үлтерҙе, эскеселәр һәмнаркомандар әленән-әле ошонда төйәкләне.
Был турала матбуғатта күп яҙылды. Үткән йыл төҙөлөш биләмәһен яңыртып кәртәләп ҡуйғандар ине, ләкин ул да ташландыҡҡа әйләнгән күп ҡатлы йортҡа юлды яба алмай. Халыҡ хатта уны "үлем йорто" тип йөрөтә башлаған. Төҙөлөштө башлаған инвестор һәм генераль подрядсы мутлыҡта ғәйепләнеп, иркенән мәхрүм ителгән.
Ҡасан ғына йорт төҙөлөп бөтөп, шомландырыуҙан, ҡурҡытыуҙан туҡтар? Эргә-тирәлә йәшәүселәрҙең һәм ошо йорттан торлаҡ көткән өлөшсөләрҙең күптәнге һорауы был.