Йәмғиәт
9 Октября 2019, 14:20

Мәскәүҙә – “Алтын көҙ”

Бөгөн Мәскәүҙәге ВДНХ майҙансығында 21-се “Алтын көҙ” агросәнәғәт күргәҙмәһе асылды. Ул 12 октябргә тиклем дауам итә. Ҙур сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге делегация ла ҡатнаша.

Фото: goldenautumn.moscowФото: goldenautumn.moscow
Фото: goldenautumn.moscow
Бөгөн Мәскәүҙәге ВДНХ майҙансығында 21-се “Алтын көҙ” агросәнәғәт күргәҙмәһе асылды. Ул 12 октябргә тиклем дауам итә. Ҙур сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге делегация ла ҡатнаша.
“Алтын көҙ” – үҙебеҙҙең ауыл хужалығы етештереүселәренең ҡаҙаныштарын сағылдырған иң күләмле экспозиция һәм тармаҡ оҫталары өсөн бай эш программаһы ул. Быйылғы күргәҙмәнең төп йүнәлеше – ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү.
Агросәнәғәт күргәҙмәһен Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев асты. Ул Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан ерҙә эшләгән кешеләргә ихлас рәхмәт белдерҙе. Премьер-министр әйтеүенсә, быйылғы сарала 50 төбәктән килгән ауыл хужалығы етештереүселәре һәм 77 сит ил компанияһы үҙ проекттары һәм продукцияһы менән таныштырасаҡ.
Читайте нас