Йәмғиәт
9 Октября 2019, 10:09

Рәхмәт һиңә, Фазлыйәхмәт бабай!

Ҡабан ауылында Шәйехзада шағирҙың булып китеүе бер мәҡәләлә һүрәтләнә. Унда бына шундай юлдар бар: “1918 йылдың 22 мартында Шәйехзада Ырымбур губернаһы Бөрйән-Ҡыпсаҡ волосы (хәҙерге Гавриловка районы) Ҡабан ауылына миңә килде. Ҡабанға килгәс, ул ике мәртәбә әҙәбиәт кисәһе уҙғарҙы..."

Автор фотоһыАвтор фотоһы
Автор фотоһы
Ҡабан ауылында Шәйехзада Бабичҡа таҡтаташ асылыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Ысынлап та, Ҡабан ауылында, мәктәптә, мәҙәниәт йортонда шағирға арналған ҙур сара булды.
Бына ошо байрамда ауылға шағирҙы алып килгән Фазлыйәхмәт Ишмөхәмәтовтың ейәнсәрҙәре лә ҡатнашты. Уларҙың сығышынан уҡ беҙ рухлы башҡорт ҡатындарының олаталары кеүек, хисле, уҡымышлы булыуын аңланыҡ. Миңнур, Гөлнур, Илнура һәм Хәлиҙә Ишмөхәмәтова була улар ҡыҙ фамилиялары буйынса.
Уларҙың олатаһы Ҡабан ауылында Шәйехзада шағирҙың булып китеүен бер мәҡәләлә һүрәтләй. Унда бына шундай юлдар бар: “1918 йылдың 22 мартында Шәйехзада Ырымбур губернаһы Бөрйән-Ҡыпсаҡ волосы (хәҙерге Гавриловка районы) Ҡабан ауылына миңә килде. Ҡабанға килгәс, ул ике мәртәбә әҙәбиәт кисәһе уҙғарҙы. Үҙенең ”Ғазазил”ының беренсе киҫәген яттан һөйләне. Икенсе киҫәгендә ”Исемдәр баҡсаһы”н, әллә нисә төрлө тауыштар менән ”Ҡатындар мәжлесе”н яттан һөйләне... 1917 йылдарҙа Ырымбурҙа йәшәгән башҡорт уҡымышлыларының талаштары, ыҙғыштары сығып, Бабичҡа шул фажиғәләр эсендә эшләргә тура килде. Талаштың баш сәбәбе – башҡорттар Рәсәйҙең эсендә автономиялы (тупраҡлы) республика төҙөп, башҡорт халҡын үҙ алдына ирекле булып, үҫергә, үҙ әсә телен, әҙәбиәтен булдырырға тигән ҡарар ҡабул итте. Ырымбурҙа йәшәгән татар интеллигенттары был ҡарарға хыял ул тип ҡаршы сыҡҡан булырға кәрәк. Шәйехзаданың шул осорҙа яҙылған, баҫылған һәм баҫылмаған шиғырҙарын беләм мин.”
Тулыраҡ “Башҡортостан” гәзитендә уҡырһығыҙ.
Читайте нас