Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Октябрь 2019, 14:19

Радий Хәбиров: “Бер аҙ ғына түҙегеҙ”

– Күп кенә объекттар буйынса хәл асыҡланды. Эште артабан да дауам итәсәкбеҙ. Бөтә йорттар буйынса төҙөлөштө тамамлау схемаһын булдырып, уларҙы тапшырыуҙың аныҡ ваҡытын әйтәсәкбеҙ, – тине республика Башлығы.

Фото: web.archive.org
Фото: web.archive.org
Республика Башлығы Радий Хәбиров төҙөүсе ойошмалар торлағын ваҡытында файҙаланыуға тапшырмаған өлөшсөләрҙең инициативалы төркөмө вәкилдәре менән осрашты.
– Алданған өлөшсөләр мәсьәләһе менән даими шөғөлләнәбеҙ. Был – “Төҙөлөш сәғәте” тип аталған аҙналыҡ кәңәшмәбеҙҙең көн тәртибендәге мотлаҡ пункт, – тине төбәк етәксеһе. – Мәсьәләне хәл итеү юлдарын эҙләйбеҙ, һәм бер аҙ алға китеш бар. Аңлауығыҙса, проблема ябай түгел. Беҙ эшмәкәрлегебеҙҙең һөҙөмтәләре тураһында мәғлүмәт еткереү өсөн Зөлфиә Риф ҡыҙы Ғайсинаны кәңәшмәләрҙә ҡатнашыуын үтендек.
Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Марат Әхмәҙуллин проблемалы объекттарҙы төҙөп бөтөрөүҙең төп этаптары тураһында һөйләне. Быйыл күп фатирлы туғыҙ йорт сафҡа индерелгән, 500-ҙән ашыу милексе фатир алған.
Фекер алышыу барышында Радий Хәбиров күрһәтмәләр бирҙе. Ҡайһы бер мәсьәләләр аныҡ сара күреү өсөн “Төҙөлөш сәғәте” ултырыштарында ҡараласаҡ. Республика Башлығы инициативалы төркөмдәргә боҙолған хоҡуҡтарҙы тергеҙеү өсөн юристар йәлеп итеү тәҡдимен индерҙе.
– Бер аҙ түҙегеҙ. Күп кенә объекттар буйынса хәл асыҡланды. Эште артабан да дауам итәсәкбеҙ. Бөтә йорттар буйынса төҙөлөштө тамамлау схемаһын булдырып, уларҙы тапшырыуҙың аныҡ ваҡытын әйтәсәкбеҙ, – тине республика Башлығы.
Читайте нас