Йәмғиәт
8 Октябрь 2019, 19:21

Сибайҙар “Сәләм”де сәләмләй

Республика көнөн сибайҙар икеләтә ҙур яуаплылыҡ менән ҡаршылай.

Республика көнөн сибайҙар икеләтә ҙур яуаплылыҡ менән ҡаршылай. Ҡаланың Үҙәк майҙанында был көндә төшкө 12.00 менән 13.00 сәғәттәр араһында Башҡортостан “Сәләм” телевизион каналы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында телеканалдың исем туйы үтәсәк.


Тантаналы сарала йырсылар – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәғиҙулла Байегет һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты Зилиә Бәхтиева ҡатнаша, шулай уҡ төрлө приздар уйнатыласаҡ.


Ошо уҡ көндә алдан яҙылыуҙар буйынса “Рәсәй тимер юлдары” –“Өфө ҡалаһының медицинаһы” дауаханаһы табиптары медицина фәндәре докторы, профессор Индира Сәхәүетдинова етәкселегендә табип-хирург, кардиолог, невролог, гинеколог белгестәре сирлеләрҙе ҡабул итә.


“Сәләм” телеканалы миниципаль һәм урындағы телестудияларҙы һаҡлап ҡалыу маҡсатында ойошторолған. Яңы канал урындағы телестудияларға биш сәғәт дауамында тапшырыуҙар алып барыу мөмкинлеге бирә.


Байрамда сибайҙарҙың һәр йортона “Сәләм” сәләмдәр еткерәсәк.
Читайте нас