Йәмғиәт
8 Октябрь 2019, 20:19

Тән яраһы уңалыр ҙа ул...

Тик күңелендә ниҙәр барҙыр йәш кешенең?

Фото: sm-news.ruФото: sm-news.ru
Фото: sm-news.ru
Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡта фажиғәле хәл теркәлгән: 17 йәшлек үҫмер бысаҡ яраһы менән ҡала дауаханаһына килтерелгән.
Табиптар бөтә һөнәри оҫталығын файҙаланып, етеҙ эшләү һөҙөмтәһендә егетте ҡотҡарып ҡала.
Шаһит һөйләүенсә, егет бысаҡты эсенә үҙе ҡаҙаған – быны күреп торған кеше лә бар. Нимәгә үҙ-үҙенә ҡул һалырға уйлағандыр – билдәһеҙ. Ғүмеренә ҡурҡыныс янамай, йәшәйәсәк, ти табиптар.
Әле тикшереү үткәрелә. Тән яраһы уңалыр ҙа ул, күңелендә ниҙәр барҙыр йәш кешенең...
Читайте нас