Йәмғиәт
9 Октября 2019, 16:31

Һуғышҡан мәлдә өләсәйгә лә өлөш эләгә

Атай кеше социаль селтәрҙә 13 йәшлек ҡыҙының иптәштәре менән кальян тартыу бинаһында осрашҡанын күреп ҡала ла...

Фото: Ufa.1ruФото: Ufa.1ru
Фото: Ufa.1ru
Атай кеше социаль селтәрҙә 13 йәшлек ҡыҙының иптәштәре менән кальян тартыу бинаһында осрашҡанын күреп, бик ныҡ ярһый. Шул ҡыҙыуы менән кисекмәҫтән балаһы артынан йүнәлә. Ҡыҙҙың өләсәһе лә уға эйәрә. Кемгә оҡшаһын балаһының шундай ҡыланышы, атаны ла аңларға була инде.
Урынға килеп еткәс, балаһын иптәштәренән айырып алыу өсөн тартҡылай башлай, ҡыҙ менән булған үҫмерҙәр ҡыҫылып, көрмәкләшеү китә. Был хәлде лифтҡа ҡуйылған видеокамера яҙҙыра. Һуғышҡан мәлдә өләсәйгә лә өлөш эләгә, ҡыҙған ир әле береһенә, әле икенсеһенә алмаш-тилмәш һуҡҡылай.

Был ваҡиға тураһында полиция хәбәрҙар була, әле улар хәлде тикшерә.
– Ир бәлиғ булмаған балаһына тейешле тәрбиә бирмәүҙә ғәйепләнә. Зыян күргән ҡыҙға суд-медицина экспертизаһы үткәреү ҡаралған. Шунан һуң ғына тейешле ҡарар сығарылыр, – тип белдерҙеләр Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Читайте нас