Кисә республика юлдарында туғыҙ автомобиль аварияһы теркәлде. Уларҙа бер кешенең ғүмере өҙөлдө һәм 11-е төрлө тән йәрәхәттәре алды.
Үлемесле авария Дәүләкәндә була. Йәштәр урамынан китеп барған “Рено Дастер” 52 йәшлек йәйәүлене тапата. Ҡатын фажиғә урынында йән бирә.
– Водитель белдереүенсә, ҡатын автомобиль юлының ситенән китеп барған. Уның кейемендә яҡтылыҡты сағылдырыусы элементтар булмаған, – тинеләр БР буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтендә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәйәүлеләр менән авариялар бик йыш булып тора. Мәҫәлән, 7 октябрҙә генә “Хендай Солярис” шулай уҡ юл ситенән китеп барған ирҙе тапатҡайны. Бындай авариялар яҙлы-көҙлө осорҙа айырыуса арта. Ҡараңғы иртә төшә, кешеләр ҡара кейем кейә. Был осраҡта яҡтылыҡты сағылдырыусы элементтары булған кейем ғүмерҙе һаҡлай ала. Ҡараңғыла водителдең беҙҙе күрмәүе лә ихтимал.