Йәмғиәт
8 Октября 2019, 20:26

Янғында өс ғүмер өҙөлдө

Утты һүндергәс, 48 һәм 32 йәшле ике ирҙең һәм 53 йәшлек ҡатындың кәүҙәләре табыла.

Фото: Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы матбуғат хеҙмәте.Фото: Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы матбуғат хеҙмәте.
Фото: Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы матбуғат хеҙмәте.
Кисә Иглин районының Урман ауылындағы янғын буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды. Ут бер юлы өс кешенең ғүмерен өҙҙө.
Янғын шәхси йортта сыға. Уны һүндергәс, 48 һәм 32 йәшле ике ирҙең һәм 53 йәшлек ҡатындың кәүҙәләре табыла. Әлегә янғындың сәбәптәре билдәле түгел.
“Ваҡиға урыны ҡарап сығылды, бер нисә экспертиза билдәләнде. Улар һөҙөмтәһендә янғын сәбәбе һәм кешеләрҙең нисек үлгәне асыҡланырға тейеш. Шаһиттарҙан һорау алына, барлыҡ шарттар асыҡлана”, – тинеләр республика Тәфтиш комитеты матбуғат хеҙмәтендә.
Читайте нас