Йәмғиәт
9 Октября 2019, 20:04

Һаҡ булығыҙ: ҡара ҡапсыҡтар

Мут әҙәмдәр уларҙы яуыз ниәттә лә файҙалана икән...

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Автор фотоһы.
Алтын көҙ тантана итә, был ваҡытта тәбиғәт бик матур. Әбейҙәр сыуағында рәхәтләнеп йәйҙе иҫкә төшөрҙөк, баҡсала эштәрҙе тамамланыҡ.
Баҡса тигәндән, октябрь баштары – ағастан япраҡтың иң күп ҡойолған мәле, йыйып ҡына өлгөр. Техника ташып өлгөрә алмаған осраҡта, урам һепереүселәр уны ҡара ҡапсыҡтарға тултырып урам сатында ҡалдырыусан. Уларҙы ҡасан килеп алалар, бер кем дә белмәй. Беренсе ҡарға хәтлем эргә-тирәнең йәмен ебәреп ятҡандары, хатта көрт аҫтында тороп ҡалғандары ла бар.


Мут әҙәмдәр япраҡлы ошо ҡапсыҡтарҙы үҙҙәренең файҙаһына, яуыз ниәттә ҡулланғанын ишетеп, сәстәр үрә торҙо. Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә берәү армиянан ҡасып ҡалырға маташҡан. Хәрби билет вәғәҙә итеүселәр менән аҡсаға һөйләшкән. Алыш-биреште ҡайҙа башҡарырға? Тегеләр үҫмергә аҡсаны ҡара ҡапсыҡтың эсенә һалырға ҡушҡан, билетты ла шунан табырһың, тип әйткән.
Беҙ ҡапсыҡта ятмай тигәндәй, шикле төркөм тотолған. Һүҙ ҙә юҡ, егет Ватан алдындағы бурысын үтәйәсәк.
Читайте нас