Республика Башлығы посына дәғүә итеүсе Сания Тимасованы хәтерләйһегеҙҙер. Дыуамал ҡатын, иҫән көйө табут эсенә инеп ятып, йәнә башҡа һыймаҫлыҡ ҡылығы менән ғәм халыҡты аптыратты.
Агентлыҡ етәксеһе билдәләүенсә, табутҡа инеп ятыу еңел булмаған, ҡурҡыу тойғоһо ла һиҙелгән. Әммә сәғәт ярымдан һуң тынысланған, “кискә табан үҙемде яңынан тыуғандай тойҙом”, тип белдергән Сания. Ул фотосессияның бары реклама маҡсатында булыуын, ә мыҫҡыллау, мәсхәрәләү өсөн түгеллеген раҫларға тырышҡан.