Бөрйән районы үҙәгендә Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған көҙгө йәрминкә үтте. Байрамды асып, район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов ветерандарға, эшсәндәргә яҡшы тормош, тырыш һәм намыҫлы хеҙмәт теләне. Артабан халыҡ үҙешмәкәр артистарҙың, һәләтле уҡыусыларҙың концертын ҡарап кинәнде.
Ленин һәм Ағиҙел буйы урамдарында һуҙылған өҫтәлдәрҙә, кәштәләрҙә юҡ нәмәнең үҙе юҡ ине. Берәүҙәр хужалығында етештерелгән аҙыҡ-түлекте, баҡсаһында үҫкән йәшелсә-емеште тәҡдим итте, икенселәр ағастан юнып яһалған һауыт-һаба, башҡа ҡул эштәрен сығарған. Күрше райондарҙан да шәхси эшҡыуарҙар үҙ тауары менән килгәйне. Бер тәмен татыған кеше баймаҡтарҙың – ҡоротон, ҡымыҙын, белореттарҙың салоһын эҙләп һатып алды. Бөрйән балын да осһоҙораҡҡа алып ҡыуанды халыҡ: сәскәнеке – 1500, йүкәнеке 2300-гә һатылды.
Шулай уҡ йәрминкә ваҡытында райондың “Таң” гәзитенә яҙылыу ойошторолдо: барлығы 112 кешегә абонемент тултырылды, тип хәбәр итте почта хеҙмәткәрҙәре.
Бөрйәндәр эштә лә, байрамда ла ихлас шул – йәрминкәгә бик күп кеше килгәйне, тауарын һатыусылар ҙа, осһоҙға экологик яҡтан таҙа, хәләл ризыҡ һатып алыусылар ҙа ҡәнәғәт ҡалды был саранан.