Йәмғиәт
10 Октября 2019, 18:15

Бик ашарға теләһәң...

Күптәр төнгә ҡарай күп итеп ашай, аҙаҡ инде йоҡлап китә алмай яфалана. Ә медицина белгестәре әйтеүенсә, был ваҡытта ашҡаҙан ял итергә тейеш. Әгәр ҙә ашағың килһә, табиптар рөхсәт иткән ризыҡтарҙы тәҡдим итәбеҙ.

Фото: medvoice.ruФото: medvoice.ru
Фото: medvoice.ru
Күптәр төнгә ҡарай күп итеп ашай, аҙаҡ инде йоҡлап китә алмай яфалана. Ә медицина белгестәре әйтеүенсә, был ваҡытта ашҡаҙан ял итергә тейеш. Әгәр ҙә ашағың килһә, табиптар рөхсәт иткән ризыҡтарҙы тәҡдим итәбеҙ.
Шоколадты күптәр һимертә ти. Ҡараһы һимертмәй, уның составында шәкәр аҙ. Диетологтар был аҙыҡты тиҙ ябығырға теләгән кешеләргә ҡулланырға рөхсәт итә. Ул холестеринды ла нормалләштерә.
Йоҡлар алдынан йылы сәй эске килеүҙе бөтөрмәһә, ундай ваҡытта майлы булмаған шыйыҡ аш ашарға була.
Ә инде кистән попкорн йәки чипсы ашағың килһә, уларҙы ҡабаҡ емешенә алыштырырға мөмкин.
Дөгөнө лә ябығырға теләүселәр ҡуллана ала. Бынан тыш, ул йоҡоһоҙлоҡтан интегеүселәргә лә ярҙам итә. Ул триптофан һәм мелатонин эшләп сығарыу тиҙлегенә йоғонто яһай. Был гормондар сифатлы йоҡо булдырыуға тәьҫир итә ала.

Миндаль артыҡ килограмдарҙан ҡотолорға теләүселәргә яҡшы, ул аҡһымға бай.
Читайте нас