Быйыл йәй Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғалимдары, атап әйткәндә, архелогия бүлеге хеҙмәткәрҙәре Әбйәлил районында Яҡтыкүлгә экспедияцияға бара һәм шунда боронғо ҡомартҡыға юлыға.
Беҙҙең эраға тиклемге өс мең йыл элекке дәүергә ҡараған туҡталҡа, (“стоянка”) ғалимдарҙы хайран ҡалдыра. Унда табылған барлыҡ әйберҙәр был ерҙә йәшәгән кешеләрҙең йәшәү урыны тураһында мәғлүмәт еткерә: унда бысаҡ, һөңгө баштары, тире эшкәрткес кеүек башҡа көнкүреш ҡорамалдары ла бар. Нимәһе ҡыҙыҡлы, туҡталҡаның аҫтында айырым мавзолей ҙа табылған. Ул беҙҙең эраға тиклемге IV–III быуаттарға ҡарай.
Тарих фәндәре кандидаты, билдәле ғалим Вячеслав Котов әйтеүенсә, бындай ҡомартҡылар Рәсәйҙә юҡ тип әйтерлек. Ғалимдарға эш барышында Әбйәлил районы хакимиәте, урындағы шифахана етәкселеге генә түгел, төбәк һәм Силәбе өлкәһе балалары ла ярҙам иткән. Уҡыусылар көн һайын тиерлек ниндәй ҙә булһа ҡорал, боронғо ҡомартҡы табып алып килгән. Тулыраҡ “Башҡортостан” гәзитендә уҡырһығыҙ.