Йәмғиәт
10 Октябрь 2019, 15:29

Дүрт аяҡлы сабый тыуған

Табиптар фаразлауынса...

Фото: newsyandex.ruФото: newsyandex.ru
Фото: newsyandex.ru
Бындай хәлде Һиндостандың Раджастан штатында, әлбиттә, берәү ҙә көтмәгән.
Ундағы бала табыу йортонда бер әсәнең сабыйы дүрт аяҡлы булып тыуыуын күреп, барыһының да иҫе-аҡылы киткән. Сабыйҙың үҙ урынындағы ике аяғынан тыш, тағы икәүһе ҡорһағы тапҡырында икән. Был баланан тыш, ҡатын тағы бер малай тыуҙырған, уныһы тулыһынса сәләмәт.
Табиптар фаразлауынса, игеҙәктәр тәүҙә өсәү булғандыр һәм артабан икәүһе ҡушылып киткәндер. Ҡатын ауырлы сағында бер тапҡыр ҙа УЗИ үтмәгәнен таныған.

Әле хирургтар сабыйҙың ике аяғын ҡырҡып ташларға йыйына. Ни өсөн ошондайыраҡ ғәжәп хәлдәр күберәк Һиндостанда була икән?
Читайте нас