Йәмғиәт
9 Октябрь 2019, 21:00

"Иҫәп ябыҡ, клиент үлде...”

Белорет ҡалаһынан 90 йәшлек ветеран банкка үҙ иҫәбен тикшертергә барһа, уға шулай тип яуаплайҙар.

Фото: ok.ruФото: ok.ru
Фото: ok.ru
Белорет ҡалаһында 90 йәшлек ветеран, тыл эшсеһе Виктор Трофимовтың банк иҫәбенән 300 мең аҡсаһы юғалған. Пенсионерҙы яҡлауға Силәбе өлкәһенән Дәүләт Думаһы депутаты Анатолий Литовченко баҫҡан.
Депутаттың һүҙҙәренә ҡарағанда, Виктор Трофимов фатир һатып, 300 мең аҡсаһын банк иҫәбенә һалып ҡуйған. Белеме буйынса финанс белгесе булғас, ай һайын проценттарын, ҡалған аҡсаларын тикшереп торған.
Әммә бер көн килеп, уға иҫәптә аҡса юҡ, сөнки клиент үлде тип яуаплағандар. Имеш, банк урындағы гәзиттә некролог күреп ҡала ла һығымта яһай. Баҡтиһәң, ул Виктор Трофимовтың тулы аҙашына бирелгән була…
Ошо мәғлүмәткә нигеҙләнеп, иҫәпте ябалар, аҡсаларҙың ҡайҙа икәнлеге лә билдәһеҙ. Банктың бүлексәһе Белоретта, ә бына үҙәк офис Силәбе ҡалаһында, ветеран йөҙ саҡрым юл үтергә мәжбүр. 2018 йылдан 20 ашыу ултырыш булған инде. Дөрөҫлөк эҙләп тағы күпме йөрөргә тура килер оло кешегә…
Читайте нас