Йәмғиәт
10 Октября 2019, 13:52

Кейәүгә сығырға теләйем!

Бер күреүҙән тән "сымырлап"киткән мөхәббәтте көтөргәме, юҡмы?.

Фото: trenyng.ruФото: trenyng.ru
Фото: trenyng.ru
Рәсәй телевидениеһында барған "Әйҙә, өйләнешәйек!" тапшырыуы халыҡ яратып ҡарағандарҙың береһе. Уны алып барған димсе-психолог Роза Сабитова кейәүгә сығырға, ғаилә ҡорорға теләгән ҡыҙҙарға түбәндәге кәңәштәрҙе бирә:
Ирле булғығыҙ килһә, "Кейәүгә сығайыммы-юҡмы?" тип икеләнеп тормағыҙ.
Иң мөһиме – йылмайығыҙ. Күҙҙәрегеҙ ир-атты әсир итә алырлыҡ нур-уҡтар ебәрһен.
Танышыу сайттарына студияла төшкән фотоларығыҙҙы ғына ҡуйығыҙ (кейәүҙәргә көньяҡ тәбиғәте кәрәкмәй).
Ир-егет кеймәгән, ҡатын-ҡыҙҙарға ҡына хас кейемдәрҙә йөрөгөҙ.
Бер күреү менән тәнегеҙ "сымырлап" киткән мөхәббәт көтөп ултырмағыҙ. Әле берәү ҙә ул

"сымырлағыстың" ҡайҙа урынлашҡанын белмәй.
Ир-егеттәр күберәк булған ерҙәрҙә сыуалығыҙ.
Беренсе осрашыуҙа уҡ асылып бөтмәгеҙ. Ир-атҡа һуңғараҡ асыр серҙәрегеҙ ҡалһын!
Читайте нас