Ишембай ҡалаһында СССР-ҙың спорт мастеры Нурулла Кәлимулла улы Хисмәтуллиндың призына көрәш буйынса республика турниры бара.
Нурулла Хисмәтуллин – Башҡортостан ғына түгел, тотош ил күләмендә ҙур еңеүҙәр яулаған көрәшселәр тәрбиәләнгән шәхес.
Әйткәндәй, Нурулла Кәлимулла улы ошо көндәрҙә 80 йәшлек юбилейын билдәләй. Беҙ уны ошо матур ғүмер датаһы менән ҡотлайбыҙ. Ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер теләйбеҙ!