Йәмғиәт
10 Октября 2019, 09:31

Шөкөр, Ишембайҙа дуҫтарыбыҙ күп

13 октябргә тиклем гәзит-журналдарға 10 процент ташлама менән яҙылыу бара. Бөгөнгө Матбуғат байрамында Ишембай халҡы был мөмкинлектән файҙаланып ҡалырға тырыша, һеҙ ҙә ашығығыҙ, дуҫтар!

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Автор фотоһы.
Ишембай Мәҙәниәт йортонда бөгөн байрам. Бында матбуғатты яратыусылар йыйылды. Район гәзиттәре менән бер рәттән республика баҫмаларына ла яҙылыу ойошторолдо.
Ишембай элек-электән иң күп гәзит-журналдар алдырған төбәк булараҡ билдәле. Был юлы ла һынатманы улар. Дәррәү рәүештә "Башҡортостан"ға, "Башҡортостан ҡыҙы"на, "Торатау", "Восход" гәзиттәренә яҙылдылар.
Байрам бик күңелле бара. Концерт номерҙары, викториналар, шашка уйнау, сауҙа ойошторолдо. Суд приставтары, юристар, адвокаттар, һалым хеҙмәте вәкилдәре халыҡҡа бушлай консультация бирҙе.

Аҙаҡ яҙылыусылар араһында лотерея уйнатыласаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 13 октябргә тиклем гәзит-журналдарға 10 процент ташлама менән яҙылырға мөмкин. Ишембайҙар был мөмкинлектән файҙаланып ҡалырға тырыша, һеҙ ҙә ашығығыҙ дуҫтар!
Читайте нас