Өфө ҡалаһының 157-се балалар баҡсаһында кескәйҙәрҙең һаулығына бағышланған " Мин, һин, ул – бөтәбеҙ бергә ҙур ил" тигән матур сара үтте.
Балалар менән осрашыуға Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, травматолог Радик Нурлығаянов килгән.
– Остеопороз киң таралған ауырыу, уның менән күпселек осраҡта өлкәндәр сирләй, – тип һөйләй 21-се республика ҡала клиник дауаханаһының табибы Радик Зөфәр улы. – Ҡыҙғанысҡа күрә, һуңғы ваҡытта һөйәк һыныу ауырыуы бәләкәстәрҙә лә күҙәтелә. Спорт менән шөғөлләнеү – остеопорозды булдырмауға бер аҙым. Д витамины булған аҙыҡ-түлекте даими ҡулланырға кәрәк. Һөт ризыҡтарын күберәк ашау файҙалы.