Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Октябрь 2019, 20:06

Табынға – итле бәлеш

Кискә бәлеш бешерәбеҙме, хөрмәтле хужабикәләр? Был ризыҡ – һәр табындың йәме. Яңы бешкән бәлеш еҫе өйгә йылы өҫтәһен, байрам алдынан булған яҡшы кәйефегеҙҙе көсәйтһен. Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото yandex.kz сайтынан.
Фото yandex.kz сайтынан.
Кискә бәлеш бешерәбеҙме, хөрмәтле хужабикәләр? Был ризыҡ – һәр табындың йәме. Яңы бешкән бәлеш еҫе өйгә йылы өҫтәһен, байрам алдынан булған яҡшы кәйефегеҙҙе көсәйтһен.
Итле бәлеш тәмле лә, туҡлыҡлы ла. Эслек өсөн ит (тауыҡ, өйрәк, һарыҡ, хатта фарш та ярай), картуф, һуған, тоҙ, бер аҙ борос кәрәк. Ит, картуф, һуғанды шаҡмаҡлап турап, тоҙ, борос һибеп болғатабыҙ. Иретелгән май йәки маргарин, һөт, әҙерәк һыу, бер йомортҡа, самалап аш содаһы, тоҙ ҡушып сөсө ҡамыр баҫабыҙ. Уны ике өлөшкә бүләбеҙ. Йоҡа йәймә эшләп табаға һалабыҙ. Өҫтөнә эслекте тигеҙ итеп йәйеп , икенсе йәймә менән ҡаплайбыҙ. Ситтәрен матур итеп йәбештереп ҡуябыҙ. 35-40 минут бешереп алабыҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Читайте нас: