Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Октябрь 2019, 15:00

Ғалим булһаң, ғаләм – һинеке

Һинең турала хәстәрлек күргән тыуған илеңде, ғәзиз тыуған төйәгеңде нисек итеп Ер шарында танытырға, ни рәүешле данларға? Халыҡ-ара бәйгеләрҙә еңеү яулаған спортсыларыбыҙ тураһында хәбәрҙарбыҙ, мәртәбәле конкурстарҙа ҡатнашҡан сәнғәт әһелдәре лә уңыштары менән таң ҡалдыра. Шул уҡ ваҡытта ғалимдар ҙа төрлө асыштар яһап, үҙе тураһында, унан бигерәк ватаны хаҡында белдерә.

Республиканың фән тармағы алға бара.


Һинең турала хәстәрлек күргән тыуған илеңде, ғәзиз тыуған төйәгеңде нисек итеп Ер шарында танытырға, ни рәүешле данларға? Халыҡ-ара бәйгеләрҙә еңеү яулаған спортсыларыбыҙ тураһында хәбәрҙарбыҙ, мәртәбәле конкурстарҙа ҡатнашҡан сәнғәт әһелдәре лә уңыштары менән таң ҡалдыра. Шул уҡ ваҡытта ғалимдар ҙа төрлө асыштар яһап, үҙе тураһында, унан бигерәк ватаны хаҡында белдерә.


Башҡортостанда фән тармағы йылдам үҫеш юлында. Ошолай тип әйтергә, хатта маҡтанырға тулы ерлек бар. Ябай ғына миҫал: йыл һайын бер миллион һум күлә­мендәге Башҡортостан Башлығы гранты ғилми асыштары өсөн йәш ғалимдарға тапшырыла. Быйыл шундай бәхет йылмайған ғалимә менән осрашыу форсаты тейҙе. Грант яулаған Башҡорт дәүләт университеты доценты, филология фәндәре кандидаты Лилиә Абдуллина тураһында һүҙем.
Йәш ғалимә “Һөнәри дискурсты төрлө телдә сағыштырып тикше­реү” (“Сопоставительное исследование профессионального дискурса в разноструктурных языках”) про­екты өҫтөндә эшләгән, иң мө­һи­ме, алдына ҡуйған маҡсатына ирешкән. Ул киләсәктә Башҡорт дәү­ләт университетында Күп функциялы лингвистик үҙәк төҙөргә уйлай.
Бүләктең йәштәрҙең иңенә ҡанат ҡуйыуын, дәрт-көс өҫтәүен әйтәһе лә түгел, ул һәр йәһәттән дә этәргес ролен үтәй, ғилми-тик­шеренеү эштәре алып барыуға матди ярҙам да. Әле йәш ғалимдарҙы илебеҙҙең ғилми ҡеүәтенә тиңләйҙәр икән, был да уңыш. Әгәр ҙә алдынғы идеялар менән сығыш яһаусылар булһа, илдең иҡтисады шул саҡта ғына үҫешә, тормош алға бара. Был тәңгәлдә республикабыҙҙа эштәр ярайһы яйға һалынған.
– Хәҙер Милли белем биреү үҙәге төҙөү тураһында уйланабыҙ, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. – Беҙ федераль, милли тикшеренеү һәм терәк университеттары булған төбәктәр эргә­һен­дә урынлашҡанбыҙ. Үҙе­беҙҙең сығарылыш уҡыусыла­рыбыҙға ҡа­рата әрһеҙерәк булырға кәрәк, беҙ­ҙең вуздар Рәсәй юғары уҡыу йорттары араһында флагман булһын!
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: республикабыҙ ғәйәт ҙур ғилми ҡеүәткә эйә. Бөгөн беҙ Рәсәйҙә, хатта донъяла киң билдәле фәнни учреждениелар менән ғорур­ла­на­быҙ, уларҙың һаҡланып ҡалыуы, шул уҡ ваҡытта емешле эшләүе ҡы­уаныслы! Ғалимдар тотош иле­беҙҙең социаль-иҡтисади үҫе­шенә көслө йоғонто яһай. Фән производство менән тығыҙ бәйләнештә, халыҡ-ара хеҙмәттәшлек тә киңәйә.
Ғалимдар төрлө йүнәлештә әүҙем эшләй, айырыуса нанотехнология, молекуляр генетика һәм биология, нефть һәм газ сығарыу технологияһы кеүек өлкәләрҙә ҡаҙаныштар байтаҡ.
Ғалим булһаң, ғаләм – һинеке, тиҙәр. Фән кешеләре өсөн сит илдәргә даими эшлекле сәфәрҙәр ойошторола, улар тәжрибә уртаҡ­лаша, уңыштары менән бүлешә. Ситкә сығыу һәр йәһәттән дә отошло. Фекер алышыу, унан бай тәьҫораттар менән ҡайтыу тик файҙаға ғына.

Читайте нас