Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Октябрь 2019, 00:06

Ашҡабаҡтан ҡабымлыҡ

Ашҡабаҡ быйыл уңды, ҡайҙа итергә белмәйем тиһегеҙме? Бына һеҙгә бер рецепт. Әҙерләүгә күп ваҡыт та китмәй, мәшәҡәте лә әллә ни түгел.

Фото "Бюджетные рецепты" төркөмөнән.
Фото "Бюджетные рецепты" төркөмөнән.
Ашҡабаҡ быйыл уңды, ҡайҙа итергә белмәйем тиһегеҙме? Бына һеҙгә бер рецепт. Әҙерләүгә күп ваҡыт та китмәй, мәшәҡәте лә әллә ни түгел.
Беҙгә кәрәк: ашҡабаҡ – 300 грамм, тауыҡ итенән фарш – 150 грамм, бер баш һуған, бер йомортҡа, дүрт ҡалаҡ ҡаймаҡ, ярты стакан кефир, тәменсә тоҙ, ҡара борос, биш ҡалаҡ он, көнбағыш майы.
Йәш ашҡабаҡты йыуып, әрсеп, ваҡ ҡырғыстан үткәреп, уға йомортҡа, ҡаймаҡ, кефир, тоҙ, борос ҡушып болғатабыҙ, иң аҙаҡтан массаға иләнгән ондо яҡшылап бутайбыҙ. Ҡамыр бик ҡуйы ла, бик шыйыҡ та булмаҫҡа тейеш, шуға ондо үҙегеҙ самалағыҙ.

Туралған һуғанды көнбағыш майында йомшарғансы ҡыҙҙырабыҙ, шунан тауыҡ фаршын һалып әҙер булғансы тағы дауам итәбеҙ.
Икенсе табаға май һалып, оҙонса итеп ҡамырҙы һалабыҙ. Аҫты ҡыҙара башлағас, өҫтөнә әҙер фаршты һалабыҙ һәм өҫтөн икенсе ҡоймаҡ менән ҡаплайбыҙ ҙа баҫып торабыҙ.
Һүрәнерәк утта ике яғына ла әйләндереп, ҡапҡасын ябып, биш минут бешерәбеҙ. Бына тигән ҡабымлыҡ әҙер!
Читайте нас