Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Октябрь 2019, 21:50

Бәрелеш һөҙөмтәһе аяныслы...

Байрамда ла фажиғәле юл-транспорт ваҡиғаһы булмай ҡалманы.

Фото: ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте.
Фото: ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте.
Бөгөнгө байрам көнөндә лә фажиғәле юл-транспорт ваҡиғаһы булмай ҡалманы: Өфө районында иртән "Дэу Матиз" менән "Хендай Соната" автомобилдәре бәрелешкән.
Һөҙөмтә аяныслы: "Матиз" водителе, 65 йәшлек ир, шул урында йән бирә. ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 46 йәшлек "Хендай" водителе лә ныҡ ҡына йәрәхәтләнә, уны дауаханаға оҙаталар.
Видеонан күренеүенсә, аварияла "Матиз" водителе үҙе ғәйепле. Ул ярамаған урында, тыйылған билдә аҫтында уҙыуға сыға һәм бәрелә.
Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре ҡан менән яҙылған тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Уларҙы инҡар итеү шундай ҡурҡыныс эҙемтәгә килтерә шул. Юлдарҙа һаҡ булайыҡ!
Читайте нас