Республика көнө – беҙҙең төп дәүләт байрамыбыҙ! Шуға күрә ошо айҡанлы ойошторолған ҙур концерт иҫ киткес матур булды.
Концерт махсус яҡтылыҡ эффекттары ярҙамында эшләнгән шоу менән башланып китте. Бейеүсе егет ҡулынан беҙҙең дәүләт символикалары килеп сығып, осоп китә торҙо. Бер һүҙ менән әйткәндә, бик ҡыҙыҡлы һәм сифатлы шоу булды. Йәш артист Зәйнетдиндың дәртле сығышы, ҡумыҙ моңдары шулай уҡ бер кемде лә битараф ҡалдырманы.
Концерт башҡорт халыҡ йырҙары, ҡурай моңдары, милли бейеүҙәр һәм заманса сығыштар, классик сәнғәт өлгөләре менән бергә үрелеп барҙы, уны оркестрҙың сығышы биҙәне.
Сәхнәлә балет та булды, операнан ария ла яңғыраны. Әйткәндәй, уны Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов башҡарҙы. Башҡорт, рус, удмурт, мари, сыуаш һәм башҡа милли бейеүҙәр башҡарылды. Уларҙы Фәйзи Ғәскәров исемендәге һәм "Мираҫ" ансамблдәре, район коллективтары бейене. Айҙар Ғәлимов, Элвин Грей, "Арғымаҡ" төркөмө һәр кемгә яҡшы кәйеф һәм дәрт бүләк итте.
Беҙҙең республика бындай ҙур тамашаға һис шикһеҙ лайыҡ. Беҙҙең илде, донъяны шаулатҡан артистарыбыҙ бар, улар – беҙҙең ғорурлығыбыҙ һәм даныбыҙ!