Кисә һәм бөгөн һәр ерҙә байрам саралары ойошторола.
8 – 10 октябрҙә Республика Хәрби дан музейы Республика көнөнә арналған “Башҡортостан – тыуған төйәгем” акцияһын үткәрҙе. Кисә Конгресс-холда “Дуҫлыҡ гөлләмәһе” балалар милли мәҙәниәттәр фестиваленең финалы уҙҙы. Бөгөн Ҡала мәҙәниәт һарайында тантаналы йыйылыш, ҙур байрам концерты була. Көндөҙгө сәғәт 3-тә Ҡала мәҙәниәт һарайында “Халыҡ йолаларының тере шишмәләре” биҙәү-ҡулланма сәнғәт күргәҙмә-конкурсын ҡарарға мөмкин.
Республика көнөндә Салауат Юлаев исемендәге майҙанда һәм “Торатау” конгресс-холы эргәһендәге амфитеатрҙа байрам саралары ойошторола.
Өфөләге төп майҙанда “Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәрендә контракт буйынса хәрби хеҙмәт – һин һайлаған юл” акцияһы уҙғарыла. Унда килешеү буйынса хәрби хеҙмәткә алыу (теркәү, анкета тултырыу, медицина тикшереүе үткәреү) пункттары эшләйәсәк, хәрби һәм махсус техника өлгөләре күрһәтеләсәк. Шунда уҡ төрлө ғәскәр вәкилдәренең, Үҙәк хәрби округтың йыр һәм бейеү ансамбленең сығышын ҡарарға була. Тамашасылар өсөн ялан кухняһы эшләйәсәк.
Байрам фейерверк һәм лазерлы музыкаль тамаша менән тамамлана.
Усаҡ яҡҡан кеүек уйһыуҙарҙа
Күтәрелә томан тауҙарҙан.
Әйтерһең дә, кемдер был яҡтарҙа
Ҡосаҡ-ҡосаҡ утын ауҙарған.
Уралымдың ҡосағында, гүйә,
Был көн менән быуат күрешә.
Әллә, ысынлап та, боронғолар
Сыҡты микән бөгөн йәйләүгә?!
Уралтауҙа ирҙәр табыла ул
Ил рухына ғәмен бәйләргә.
Тик бер мәлгә аҙашҡы ла килә
Урманында ғәзиз төбәктең.
Мең хикмәтле йәмең, Башҡортостан,
Дәүер тойомларға өйрәтте.
Бар бит әле Уралымда минең
Аяҡ баҫылмаған шырлыҡтар.
Шуныһына камил был аҡылым –
Унда етәлмәгән йыр юҡтыр.
Төпкөлдәргә барып еткәнгә лә,
Төшөп еткәнгә лә сөңгөлгә,
Башҡорт йырҙарынан әҫәрләнгән
Халыҡ бар Йыһанға түгелгән!
...Алыҫтағы анау тауҙарҙы ла
Йырға әйҙәүсе тип атаным.
Һәр мөйөшөң гүзәл бер йыр булып
Һарылғандай йәнгә, Ватаным!