Йәмғиәт
11 Октября 2019, 16:12

Байрамдан файҙаланыпмы?

Бөтә халыҡ байрам шауҡымынан дәртләнеп йөрөгәндә, ҡара эсле кешеләр үҙенең мәкерле уйын тормошҡа ашыра.

Фото: ok.ruФото: ok.ru
Фото: ok.ru
Бөтә халыҡ байрам шауҡымынан дәртләнеп йөрөгәндә, ҡара эсле кешеләр үҙенең мәкерле уйын тормошҡа ашыра.
Өфөлә 18 йәшлек егет полицияға мөрәжәғәт иткән. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, 10 октябрҙә сәғәт киске 11 тирәһендә медицина маскаһы кейгән икәү фатирына баҫып инә. «Ҡунаҡ» хужаға ташлана, икенсеһе газлы баллондан битенә һиптерә һәм уны бәйләп ташлайҙар. Фатир буйлап аҡса эҙләй башлайҙар ҙа, 19 мең һум табып, алып сығып китәләр.
Полиция хеҙмәткәрҙәре хоҡуҡ боҙоусыларҙы таба: улар 17 йәшлек үҫмерҙәр булып сыға. Енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Читайте нас