Өфөлә ямғыр яуып та ала, туҡтап та тора. Уның ҡарауы, кешеләрҙең күңеле көр, ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ-түлек запасын мул туплауҙы һәр береһе үҙенә маҡсат итеп ҡуйған.
Алыҫ араларҙы яҡын итеп Айнур Камалетдинов Күгәрсен тарафтарынан баш ҡалаға юлланған. Ул Мораҡ ауылында ғүмер итә, йәрминкәгә көнбағыш майы алып килгән.
- Хәҙер беҙ көнбағышты һалҡын ысул менән һығабыҙ, - ти шәхси эшҡыуар Айнур Мансур улы. - Ошо алым уңайлы ла, витаминдар ҙа яҡшы һаҡлана. Күгәрсен – көнбағыш үҫтереү өсөн уңайлы райондарҙың береһе. Әлбиттә, байрам уңайынан хаҡтарҙы төшөрҙөк.
Йәрминкәләрҙең әле тап ҡыҙған ваҡыты, улар кискә тиклем дауам итәсәк.