Йәмғиәт
11 Октября 2019, 08:39

Рафаэль Байдәүләтов байрам менән ҡотланы

Республикабыҙ Хөкүмәте Премьер-министры булып оҙаҡ йылдар эшләгән Рафаэль Байдәүләтов Башҡортостан халҡын байрам менән ҡотланы.

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Автор фотоһы.
Республика көнө айҡанлы "Башҡортостан" дәүләт концерт залында тантаналы йыйылыш бара. Республикабыҙ Хөкүмәте Премьер-министры булып бик оҙаҡ йылдар эшләгән Рафаэль Байдәүләтов Башҡортостан халҡын байрам менән ҡотланы.
- Башҡортостанға Радий Хәбиров килеү менән бик ыңғай үҙгәрештәр башланды. Ул беҙҙең элекке команда ағзаһы, уның ниндәй кеше икәнен беләбеҙ. Мин республикаға тик уңыштар теләйем, гөрләп торһон, элекке кеүек бөтә илгә даны таралһын. Ысын күңелдән бөтә халыҡты байрам менән ҡотлайым. Халыҡ етеш йәшәһен, пенсиялар артһын, табиптарҙың, уҡытыусыларҙың эш хаҡы күтәрелһен. Әле Радий Фәрит улының эш башлауына бер йыл. Ошо ваҡыт эсендә ҙур үҙгәрештәр башланды. Тағы ла ҙурыраҡ уңыштар көтәбеҙ, - тине ул.
Читайте нас