Өфөлә Спорт һарайы майҙаны бал ҡорто шикелле гөжләп тора. Республикабыҙҙың ҡала-райондарынан килгән уңғандар өфөләргә арзан хаҡҡа етештергән тауарын, үҫтергән йәшелсә-емешен һата. Ике яҡ өсөн дә отошло икәнен һәр кем аңлай.
Умартасы Рөстәм Зөкиев билдәләүенсә, республика етәкселеге эшҡыуарҙарға үҙ продукцияһын һатыу өсөн уңайлы мөмкинлек тыуҙырған, рәхмәте ҙур.
- Архангел районының Устиновка ауылынан килдем, - ти әңгәмәсем Рөстәм Рәмил улы. – Өс литрлыҡ банкалағы балға хаҡты ике мең итеп ҡуйҙым. Маҡтанмайым, сират тороп алалар.
Әйткәндәй, быйыл Умартасыларҙың республика бал фестивалендә Рөстәм Зәкиев өсөнсө урынды алған. Эшҡыуар йөҙҙән ашыу умарта тота.
Беҙҙең һөйләшеүгә Ғәбит Миһранов та ҡушылды, ул әллә күпме кеше араһынан умартасыны саҡ эҙләп тапҡан, тәмле булғас, йыл да балды Рөстәм Рәмил улынан алыуын әйтте.